Гөлдәрегеҙ сәскә атһын тиһәгеҙ...
Гөлдәрегеҙ сәскә атһын тиһәгеҙ... Гөлдәрегеҙ күпереп сәскә атһын, япраҡтары йәшел һәм һау-сәләмәт булһын тиһәгеҙ, өй шарттарында ябай ғына ашлама әҙерләп ҡулланырға мөмкин. ✅ Кәрәк буласаҡ: 10 г сөпрә 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо 1 литр йылы һыу 🌿 Әҙерләү ысулы: ✔️Сөпрәне йылы һыуҙа иретеп, шәкәр ҡушып яҡшылап болғатабыҙ. Кәм тигәндә 2 сәғәт тоторға кәрәк. ✔️Әҙер ҡатнашманы 1:5 нисбәтендә һыу менән шыйыҡлатабыҙ. ✔️Көҙ һәм ҡыш айҙарында гөлдәрҙе айына бер тапҡыр, ә яҙ һәм йәй осоронда 10 көнгә бер тапҡыр ошо ашлама менән туҡландырырға мөмкин. ✔️Сөпрә составындағы В төркөмө витаминдары, фитогормондар һәм ауксиндар үҫемлектәрҙең үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. 🌸 Гөлдәрегеҙ шау сәскәгә күмелеп, өйөгөҙгә йәм һәм ҡыуаныс өҫтәп торһон!