Баҡтиһәң, күркә ите бик файҙалы икән!
Баҡтиһәң, күркә ите бик файҙалы икән! Әгәр күркә итен даими рәүештә туҡланыу рационына индерһәгеҙ, ул йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы һәм быуындар эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ, тиренең һәм һөйәктәрҙең торошон яҡшыртасаҡ, шулай уҡ организмдағы матдәләр алмашыныуын яйға һалырға ярҙам итәсәк. ❤️ Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы өсөн! 100 грамм күркә итендә 210 миллиграмм калий бар. Шуға күрә ул кешенең йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына ыңғай йоғонто яһай. 🦴 Быуындар өсөн! Күркә итендәге фосфор миҡдары балыҡтағы кеүек үк тиерлек — яҡынса 200 миллиграмм. Майлылығының түбән булыуын һәм составында кальций барлығын иҫәпкә алғанда, күркә ите быуын ауырыуҙарын һәм остеопорозды иҫкәртеү өсөн файҙалы. 🌸 Тире өсөн! Күркә итендә һыйыр итенә ҡарағанда тимер ике тапҡырға күберәк. Тимер кешенең тиреһе һәм сәстәре сәләмәтлеген һаҡлау, ҡан әйләнеше һәм тын алыу системаларының, шулай уҡ организмдың башҡа ағзаларының дөрөҫ эшләүе өсөн бик мөһим.