ҠАН БАҪЫМЫН ТӨШӨРӨРГӘ ЯРҘАМ ИТЕҮСЕ АҘЫҠ-ТҮЛЕК
ҠАН БАҪЫМЫН ТӨШӨРӨРГӘ ЯРҘАМ ИТЕҮСЕ АҘЫҠ-ТҮЛЕК 1️⃣ 🥣 Бик майлы булмаған эремсек йөрәк эшмәкәрлегенә булышлыҡ итә. Ул — кальций, магний һәм калий сығанағы. Көндәлек туҡланыуға 100 грамм самаһы эремсек индерергә мөмкин. 2️⃣ Ҡыҙыл татлы борос С витаминына бай. Ул ҡан баҫымы юғары булған кешеләрҙең дә туҡланыуын төрләндерә ала. Ике борос ашау организмдың С витаминына көндәлек ихтыяжын ҡапларға мөмкин. 3️⃣ 🐟 Һөмбаш балығы — омега-3 май кислоталары сығанағы (лосось). Ул йөрәк һәм ҡан тамырҙары сәләмәтлегенә файҙалы. Аҙнаһына 2–3 тапҡыр 100–150 грамм ашарға мөмкин. 4️⃣ 🌾 Һоло бутҡаһы (овсяная каша) — иртәнге аш өсөн яҡшы һайлау. Һоло составында селен һәм аҙыҡ сүстәре бар, улар сәләмәт туҡланыуҙың мөһим өлөшө булып тора. 5️⃣ 🎃 Ҡабаҡ орлоғо цинк сығанағы, инфаркт булдырыуға юл ҡуймай. Еңелсә ҡапҡылап алыу өсөн көнөнә 20 грамм тирәһе ҡабаҡ орлоғо ашарға мөмкин.