Ошо рецепты әҙерләп, эскәнегеҙ бармы?
Ошо рецепты әҙерләп, эскәнегеҙ бармы? Кефир менән ҡарабойҙай оно ҡандағы шәкәр кимәлен төшөрә, эсәктәрҙе һәм ҡан тамырҙарын таҙарта, матдәләр алмашыныуын һәм ашҡаҙан аҫты биҙенең эшен яйға һала, тип яҙыла был рецептта. Әҙерләү ысулы Бер аш ҡалағы ҡарабойҙай ярмаһын ҡәһүә тартҡыста он хәленә килгәнсе ваҡлағыҙ. Уны бер стакан кефирға ҡушып, яҡшылап болғатығыҙ ҙа һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Рецепт авторы был ҡатнашманы иртән, ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә һәм 14 көн дауамында ҡулланырға тәҡдим итә.
1 187 просмотров