Етемһерәп ҡалған бит өй эсе.
Етемһерәп ҡалған бит өй эсе. Ҡайҙа булған йылы мейесем? Самауыр ҙа ҡайҙа? Ҡайҙа урындыҡ? Ошо өйҙә ҡалманы ла урын, Күңелемде бәйләп ҡуйырлыҡ. Ҡышын тора ине өйҙә быҙау, бәрәс. Мөйөштә тун, быйма, кәпәс. Ҡаҙандарҙа татлы бишбармаҡ. Тормош ине ысын тормош һымаҡ. Асыҡ ишек, асыҡ күңел ҡайҙа? Һуғым аштарына йөрөүҙәр. Бергә көлөп шатлыҡтарҙа, Ҡайғыларҙа бергә илауҙар. Өҫтәл хәҙер бит һый тулы, батшалар ҙа торһон арыраҡ. Тик тоймаҫһың йылы кеше ҡулын, Тик күңелдәр хәҙер тарыраҡ. Етемһерәп ҡалған бит өй эсе. Ҡайҙа булған йылы мейесем? Самауыр ҙа ҡайҙа? Ҡайҙа урындыҡ? Ошо өйҙә ҡалманы ла урын, Күңелемде бәйләп ҡуйырлыҡ.