Булмаҫ башҡа ғүмер.
Булмаҫ башҡа ғүмер. Көл дә булмаҫ күмер. Күмер бит булмаҫ ут. Тик ғүмерҙәр генә Бушҡа үтмәһен, Юҡ. Беләм, шәмдәр һүнер. Тик һүнерҙән алда. Йондоҙ ҡабыҙһындар, Яҡтыртһындар алда. Булмаҫ башҡа ғүмер. Көл дә булмаҫ күмер. Күмер булмаҫ бит ут. Тик ғүмерҙәр генә Бушҡа үтмәһен, Юҡ.
84 просмотров