Ләйләкәй "Аҡбуҙат"ҡа килде! — 5 июня 2026 г. в 14:59:53.795
Ләйләкәй "Аҡбуҙат"ҡа килде! "Аҡбуҙат" тың май һанында Ләйләнең фотоһы "Шәхес һәм мин" рубрикаһында баҫылғайны. Кисә Ләйлә атаһы - Азамат Мөхәмәтйәнов менән редакцияға килеп, журнал алдылар. Ләйләкәй редакцияла уҡ "Аҡбуҙат"ты башынан-аҙағына тиклем "уҡып сыҡты" 😄 Май һанында беҙ күп кенә сәбәп хаҡында яҙғанбыҙ икән😄 Шулай уҡ "Беҙҙең арабыҙҙа ла батырҙар күп. Башҡортостанды еңә алмайҙар, сөнки беҙҙең теләк матур", - тип "уҡыуы" айырыуса оҡшаны. Аҙаҡ, журналды тотошлай уҡып сыҡҡас, Ләйләкәй коридорға сығып, унда эленгән яҙмаларҙы "уҡырға кереште" 🤭 Дуҫтар! Ә һеҙ журналдың май һаны менән танышып сыҡтығыҙмы? Нисә көндә уҡып сығаһығыҙ "Аҡбуҙат" ты? 🤗

