Аманатты тотам мин, — 8 июня 2026 г. в 08:04:45.899
Аманатты тотам мин, Нәҫел булып ҡалам мин! 6 июндә Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылы янындағы Хәмит сәсән утарында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең «Сәсән уҙған ерҙә һүҙ ҡала» тигән республика бәйгеһе үтте. Сарала 5 йәшлек Айым әсәһе - Гөлнара Әлмөхәмәтова ижад иткән ҡобайыр менән сығыш яһаны. Әйткәндәй , улар - тап сәсән Хәмит Әлмөхәмәтов тоҡомонан!

