МИНЕҢ ДУҪТАРЫМ — 15 июня 2026 г. в 14:00:29.114
МИНЕҢ ДУҪТАРЫМ КӘКҮК Ғүмер буйы оя ҡормай, Өй һалмағас, өйҙә тормай. Башҡа йортҡа күкәй һала, Бала баҡмай йәшәй ала. ҺАНДУҒАС Иң моңло ҡош, иң затлы ҡош, Телкәйҙәре иң татлы ҡош. Майҙа ғына һайрай ала, Тик күңелдә һәр саҡ ҡала. КӨСӨК Тоғро дуҫ, һаҡсы — өйрәтһәң, Әҙерләп бирһәң өйсәк. Уны бәләкәй сағында Атайҙар икән нисек? Рауил НИҒМӘТУЛЛИН, Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА. ❗Дауамын сайтта уҡығыҙ - https://akbuzat-rb.ru/news/shi-ri-k-st-n-s/2026-05-28/mine-du-tarym-4712144

