Өфөлә - йылдың төп фольклор байрамы! — 22 июня 2026 г. в 09:42:28.103
Өфөлә - йылдың төп фольклор байрамы! 2026 йылдың 23-27 июнендә баш ҡалабыҙҙа III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы үтәсәк. Рәсәйҙең 80 төбәгенән 1100-ҙән ашыу ҡатнашыусы йыйыла. Программала: 📍 24 июнь - Совет майҙанында фестивалде асыу тантанаһы (18:00–22:00). Әйлән-бәйлән, парад. Төп ҡунаҡ - Марина Девятова. 🎤 25 июнь - 4 паркта концерттар, оҫтаханалар, күргәҙмәләр (11:00–17:00). Төп ҡунаҡ - "Ay YOLA" төркөмө. 🌟 26 июнь - сараны ябыу тантанаһы. Төп ҡунаҡ - Zainetdin этно-шоуы. 📚 Фәнни саралар ҙа ҡаралған: "Фольклор һәм балалар. Традициялар аша берҙәмлеккә" конференцияһы үтәсәк. 🏛️ Башҡортостан республикаһының Милли музейында "VI Бөтә донъя фольклориадаһы мираҫы" күргәҙмәһе ойошторола. ✅ Сараларға инеү ирекле! Тулыраҡ программа - Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында һәм "Бәйләнештә" төркөмөндә. Ғаиләгеҙ менән килегеҙ - күңелле буласаҡ! ❤️

