Был кис һис шикһеҙ балаларҙың хәтерендә ҡаласаҡ! — 27 июня 2026 г. в 10:03:44.558
Был кис һис шикһеҙ балаларҙың хәтерендә ҡаласаҡ! Кисә, III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы сиктәрендә, Зәйнетдин 200 йәш талант менән Совет майҙанында сығыш яһаны! Популяр музыкант биш балалар коллективы менән уникаль этно-шоу әҙерләгән. Зәйнетдин менән сығыш яһаусы коллективтар: «Модус» шоу-балеты, «Тамыр» телеканалының вокал студияһы, «Ассоль» өлгөлө вокаль-хореография студияһы, «Ирис» бейеү коллективы, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы - Ҡалтасы районы Краснохолмский ауылынан «Холмичи» өлгөлө ҡалаҡтар менән уйнау театры. Рәсәйҙең һәр төбәктәренән йыйылған балалар музыканттың ижадына ысын күңелдән ғашиҡ булды, тиһәк, яңылыш булмаҫ, моғайын. #ВсероссийскаяДетскаяФольклориада2026 #ДетскаяФольклориадаБашкортостан #КультурноеНаследие #Этнокультура #ГРДНТ #ГодединстванародовРоссии

