"Ay Yola" төркөмө бишек йыры яҙҙыра! — 26 июня 2026 г. в 10:57:28.775
"Ay Yola" төркөмө бишек йыры яҙҙыра! Кисә, III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы сиктәрендә, "Ay Yola" төркөмө Совет майҙанында сығыш яһаны. Концерт алдынан билдәле артистар журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп өлгөрҙө. "Беҙҙең ижадыбыҙ тулайым тәрбиә хаҡында, йырҙарыбыҙҙың мәғәнәһен аңлап тыңлаған һәр кем быны беләлер. Киләсәктә бишек йыры ла буласаҡ беҙҙең репертуарҙа, әлегә ошо юҫыҡта эш алып барыла", - тине төркөмдөң музыканты Руслан Шәйхетдинов. #ВсероссийскаяДетскаяФольклориада2026 #ДетскаяФольклориадаБашкортостан #КультурноеНаследие #Этнокультура #ГРДНТ #ГодединстванародовРоссии

