ҠОТЛАЙБЫҘ! — 8 июля 2026 г. в 05:00:14.528
ҠОТЛАЙБЫҘ! Бөгөн "Аҡбуҙат" журналының яуаплы сәркәтибе - Башҡортостандың атҡаҙанған киң мәғлүмәт һәм матбуғат хеҙмәткәре, яҙыусы Миңлегөл Мәүлембирҙе ҡыҙы Тайсинаның тыуған көнө! Хөрмәтле коллегабыҙҙы ошо уңайҙан ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! 🌸 Шатлыҡлы мәлдәргә, илһамлы минуттарға, матур осрашыуҙарға бай оҙон ғүмер теләйбеҙ! Ишле, татыу ғаиләгеҙгә бәрәкәт, аҡ бәхеттәр юлдаш булһын! Әлегеләй мөләйем, ихлас булып ҡалырға яҙһын! Бөгөнгөләй һәр көндән йәм, ҡыуаныс табып, балҡып йәшәргә насип булһын!

