Беҙҙең журнал геройҙары! — 7 июля 2026 г. в 10:00:48.007
Беҙҙең журнал геройҙары! "Аҡбуҙат" тың быйылғы ғинуар һанының "Шәхес һәм мин" рубрикаһында параспортсы, блогер, Дуҫлыҡ ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждан йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет ағзаһы Рөстәм Нәбиев менән кескәй Рөстәм Вәлиевты биргәйнек. Бөгөн "Китап" магазинында үткән осрашыуҙа көслө рухлы, бер нимәгә ҡарамай маҡсаттарына ҡарай юл ярған билдәле шәхесебеҙгә "Аҡбуҙат" журналын бүләк иттек.

