⁉️Ә һеҙ беләһегеҙме? — 11 июля 2026 г. в 08:03:23.869
⁉️Ә һеҙ беләһегеҙме? Бөгөн, 11 июль, Бөтә донъя шоколад көнө билдәләнә! Был байрам 1995 йылда Францияла барлыҡҡа килә, аҙаҡ башҡа илдәр ҙә был датаны билдәләй башлай. Был көндә Мәскәү, Санкт-Петербург, Покров ҡалаларында урынлашҡан шоколад музейҙары төрлө саралар ойоштора. ❗️Шоколад хаҡында ҡыҙыҡлы факттар: ✔️ XIX быуатта шоколадты дарыу булараҡ дарыуханаларҙа һаталар. Ул күңел төшөнкөлөгөн дауалаусы сара булып торған. ✔️Иң ҙур шоколад 2011 йылда Бөйөк Британияла әҙерләнә. Уның ауырлығы 6 тонна тирәһе тәшкил итә. ✔️Ацтектар (Мексикалағы йәшәүсе һинд халҡы) какао бөртөктәрен аҡса берәмеге булараҡ ҡулланған. Хатта уға ҡол һатып алырға ла мөмкин булған. ✔️Бөтә донъяла йылына 7 миллион тонна шоколад ашайҙар. Фото: Нүрзилә менән Инзирә Баязитоваларҙан.

