Башҡортостан балалар баҡсалары өсөн - яңы әсбаптар! — 5 августа 2026 г. в 10:01:10.755
Башҡортостан балалар баҡсалары өсөн - яңы әсбаптар! Башҡорт телен өйрәнеүҙе еңеләйтеү маҡсатында, республиканың балалар баҡсаларына “Живое слово” / “Тере һүҙ” исемле яңы күргәҙмә уҡыу комплекты сығарылды. Бөгөн был уҡыу комплекстарын республика балалар баҡсаларына таратыу ойошторолдо. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова проект өҫтөндә эшләүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

