✨Изгелектә - көс — 22 августа 2026 г. в 09:06:18.389
✨Изгелектә - көс 📕"Аҡсарлаҡ" коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы әҙерләгән "Урал менән Аҡбуҙат мажаралары" баҫмаһы донъя күрҙе. Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында сығарылған комикс балаларҙы мауыҡтырғыс тарихтар аша Башҡортостандың мәҙәниәте һәм тәбиғәте менән таныштыра. 🧑⚖Комикс бер журналға һигеҙ сюжетты берләштерә. Ваҡиғалар үҙәгендә – Урал исемле малай менән уның тылсымлы толпары Аҡбуҙат. Улар Башҡортостан буйлап сәйәхәт итә. Героик ҡобайырҙан айырмалы рәүештә, был проект балалар аудиторияһына йүнәлтелгән һәм аңлайышлы, еңел итеп яҙылған тарихтар теҙмәһенән тора. Проект авторы – "Аҡбуҙат"журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина. ⚡Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

