ҠОТЛАЙБЫҘ! 🌺 — 20 августа 2026 г. в 07:39:07.103
ҠОТЛАЙБЫҘ! 🌺 Бөгөн балалар яҙыусыһы, танылған шағирә һәм йыр текстары авторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы Ҡотлогилдинаның матур юбилейы! Хөрмәтле Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы! Ысын күңелдән һеҙҙе ҡотлайбыҙ! Ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, ҡыуаныстарға мөлдөрәмә тулы көндәр, ижади уңыштар, күңел бөтөнлөгө теләйбеҙ! ЙӘЙ Йәй – ул рәссам. Ер өҫтөнә Мең биҙәктәр яһар саҡ. Йәй – моңло йыр. Ҡоштар ярһып, Сәсәй-сәсәй һайрар саҡ. Йәй – ул сәскә. Ялан-ҡырҙың Йәйғор төҫөн һайлар саҡ. Сәскә һутынан йыйылған Балы менән һыйлар саҡ. Йәй – ул ҡояш. Йылы нурға Һәр ҡыяҡ үрелер саҡ. Еләк-емештең, ҡыҙарып, Бешер ҙә өҙөлөр саҡ. Йәй – йылға-күлдәр ярында Ҡырсынташтар ҡайнар саҡ. Һыуҙа, сума-сума йөҙөп, Балыҡ булып уйнар саҡ. Зөһрә Ҡотлогилдина

