ИҒТИБАР! — 20 августа 2026 г. в 07:17:33.573
ИҒТИБАР! "Урал батыр" эпосы мотивтары буйынса ойошторолған онлайн конкурсҡа эштәр ҡабул итеү туҡтатылды! ❓Рәсемдәр 5 йәштән 15 йәшкә тиклемге балаларҙан өс категорияла ҡабул ителде: 🔹 5–8 йәш 🔹 9–13 йәш 🔹 14–15 йәш. Еңеүселәрҙе баһалама ағзалары билдәләйәсәк. Һәр йәш категорияһында 1-шәр еңеүсе буласаҡ! Уларҙың эштәре "Аҡбуҙат" журналында баҫыла! 🏆 Шулай уҡ иң күп "❤️" йыйған рәсем дә билдәләнә һәм уға "тамашасы һөйөүе" тапшырыла. Иртәгә "❤️" йыйыу өсөн һораулама ҡуясаҡбыҙ! Яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ! Бүләктәр шәп кенә!🎁 🥇 һәр йәш айырмаһында еңгән 1 балаға бүләк тапшырыла: - смарт-сәғәт - баҫма фотоаппараты - сымһыҙ ҡолаҡсын (наушник) - "Акбузат" журналына бер йылға яҙылыу! 🥈 "Тамашасы һөйөүе" нә лайыҡ эшкә "Аманат" балалар ижадын үҫтереү үҙәге бүләк әҙерләне! Тик был әлегә сер булып ҡала! "Аҡбуҙат" тың бәйләнештәге төркөмөнә һәм Макс каналына яҙылырға онотмағыҙ! https://vk.ru/journal_akbuzat https://max.ru/journal_akbuzat Шулай уҡ "Аманат" балалар ижадын үҫтереү үҙәге төркөмөнә лә яҙылып ҡуйыу кәрәк - https://vk.ru/amanat_meleuz

