Каникулдар үтеп бара, — 17 августа 2026 г. в 07:52:33.377
Каникулдар үтеп бара, Һанаулы көндәр ҡалды. Нисек кенә оҙайтырға Күңелле йәйге ялды?!. Хәйер, күпме оҙайтһаң да, Етмәҫ ул матур миҙгел. Бер уйлаһаң, көҙ, ҡыш, яҙ ҙа Бынамын тигән миҙгел! Көҙөн - уңыш, ә аҡ ҡышта - Ҡупшы шыршы байрамы! Мартта - Әсәйҙәр, ә майҙа - Бөйөк Еңеү байрамы! Һәр миҙгел үҙ урынында Әйләнһен, әйҙә, шулай. Был тәбиғәттең ҡанунын Үҙгәртеп һис тә булмай. Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА

