КЕСКӘЙҘӘР ҺӨЙЛӘШӘ — 11 августа 2026 г. в 12:39:18.857
КЕСКӘЙҘӘР ҺӨЙЛӘШӘ ОСҺОҘ БУЛДЫММЫ? - Әсәй, әйҙә беҙ ҙә бәпәй алайыҡ, Ильястар алған даһа? - тип һорап ҡуйҙы бер көн Самира. - Бәпес алырға аҡса юҡ шул әле беҙҙең, - тине әсәһе. Самира уйланып ултырҙы, унан: - Мин шулай осһоҙ булдыммы ни? - тине аптырап. БУШҠА ТҮГЕЛ Атаһы Самираны балалар баҡсаһынан алып ҡайтып килә. - Шунан, бөгөн нимәләргә өйрәндең? - Хәрефтәр өйрәндек, һүрәт төшөрҙөк, - ти ҡыҙыҡай. - Баһа ҡуйҙымы апайығыҙ? - Миңә юҡ, ә Ильяс "йондоҙ" алды, - тик күңелһеҙ генә. - Эй, бушҡа ғына йөрөйһөң икән, - тип шаярта атаһы. - Бушҡа түгел, бөгөн кәтлит булды. Кәтлит яратам даһа, - тип шатланып яуаплай ҡыҙыҡай. ЭСЕМ УЯНДЫ Самира өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән. Бөгөн иртә менән тороп, кейенеп тә алған. - Саҡ таң атты лаһа. Ята бирһәңсе, - ти өләсәһе. - Мин йоҡлар инем дә ул, эсем уянды шул, - ти эсен ыуалап. Фариха ВӘЛИУЛЛИНА. ❗Сайтта уҡығыҙ - https://akbuzat-rb.ru/news/common_material/2026-08-11/kesk-y-r-yl-sh-4778366

