Өс китапхана үҙ ишектәрен асты! — 7 сентября 2026 г. в 10:47:11.664
Өс китапхана үҙ ишектәрен асты! Бөгөн республикабыҙҙың өс ауылында бер юлы яңы моделле китапханалар асылды. Бына улар: Ауырғазы районының Талбазы, Асҡын районының Асҡын һәм Балаҡатай районының Ямаш ауылдары. Улар өсөн яңы заманса ҡорамалдар, китаптар һәм мебель "Ғаилә" милли проекты сиктәрендә һатып алынды. Хәҙер Башҡортостанда бындай яңы моделле китапханалар һаны 25-кә барып етте. Уларҙа уҡыу, ижад, ял итеү өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған: заманса технологиялар, иркен зал, уҡыусы күңеленә хуш килерҙәй уңай мөхит. Яңы уҡыу йылына бындай китапханалар үҙе - ҙур бүләк! Сайтта уҡығыҙ - https://akbuzat-rb.ru/news/novosti/2026-09-07/s-kitaphana-ishekt-ren-asty-4804974

