Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡ... — 28 июля 2026 г. в 05:27:39.342
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия рәйесе Лариса Абдуллинаның күркәм ғүмер байрамы – тыуған көнө! Хөрмәтле Лариса Хашим ҡыҙы! 🌸 Һеҙҙе тыуған көнөгөҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Хоҙай тәғәлә һеҙгә, яҡындарығыҙға сәләмәт тормош, рух ныҡлығы, көслө иман насип итһен! Башҡорт моңондай оҙон ғүмер, бәрәкәтле көндәр һәм шатлыҡ-һөйөнөстәр менән биҙәлгән яҡты миҙгелдәр теләйбеҙ! Тылсымлы "Аҡбуҙат"тың ҡанаттары талмаһын, кескәйҙәрҙең рәхмәт һүҙҙәренән ижад ҡыуаныстары артып торһон! Һеҙгә оло хөрмәт менән, яратып, "Аҡбуҙат"тар!💐

