Ә һеҙҙең еңеүгә илткән юлығыҙ ниндәй?
Ә һеҙҙең еңеүгә илткән юлығыҙ ниндәй? V «Ватан көсө» республика форумының "Атайсал киләсәге: вместе к победе" майҙансығында сығыш яһағанында, "Мин - йәш Шәһитсе" медиамәктәбе уҡыусыһы, баҫмабыҙҙың әүҙем хәбәрсеһе Азалия Фаздалова бик матур фекер еткерҙе: "Аҡбуҙат" өсөн башҡорт телендә мәҡәләләр яҙғанда мин халҡым өсөн күңел йылымды өләшкәнемде тоям". Сығышын Азалия үҙе ижад иткән "Ветерандар" шиғыры менән тамамланы. Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. #ФСГОРБ #ГрантыРБ #Аксарлак