"Аҡбуҙат"тың дуҫтары араһында бүләктәр уйнатылды!
"Аҡбуҙат"тың дуҫтары араһында бүләктәр уйнатылды! Был юлы беҙ бүләктәрҙе махсус ҡушымта аша билдәләргә булдыҡ. Видеоһын һеҙгә лә һалабыҙ. Шулай итеп, бына улар - бүләк отоусылар: ✅һыуытҡыс - 106-сы балалар баҡсаһы (Гүзәл Ғәлиуллина); ✅микротулҡынлы мейес - Асҡарҙан Гөлдәр Сәйетғалина; ✅вентилятор - Белорет районынан Әнисә Абдрахманова; ✅йогуртница - Сибайҙан Айгөл Исҡужина. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ еңеүселәрҙе!🎉 "Аҡбуҙат" менән бергә ҡалығыҙ! Беҙ үҙебеҙҙең журнал уҡыусыларына тағы ла ҡыҙыҡлы конкурс һәм бүләктәр әҙерләнек. Яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ!