Һайлайбыҙ!
Һайлайбыҙ! Иртәнән ҡаланы томан ҡапланы. Был үҙенә күрә бер ишара ла төҫлө ине, сөнки һынаулы, ҙур алыштар барған заманда йәшәйбеҙ. Шуға күрә беҙгә маҡсаттарыбыҙҙы ҡороп, дөрөҫ ниәт менән алға таларға кәрәк. Беҙҙең Өфө ҡалаһының 368-се һайлау участогында халыҡ күп. Бигерәк тә йәштәр. Бөгөн беҙ иртәгәге көндө һайлайбыҙ. Балаларыбыҙҙың иртәгәһен. Төп маҡсатым – изге уй, заманса алымдар менән балаларҙың яҡты киләсәген хәстәрләү. Һәр бала туған халҡының тарихын белеп, туған телендә аралашып үҫһен. Яҙыусының, ҡәләм оҫтаһының ҡулында ғәжәйеп ҙур ҡорал – ул Һүҙ. Баҫыуыбыҙ ҙа шуға иҫ киткес киң. Унда изгелек, яҡтылыҡ орлоҡтарын бөгөн сәсһәк, көҙөн уңышыбыҙ ҙа мул булыр. Китап, журнал, комикс бөгөн бала телендә һөйләшһен. Балаға ҡыҙыҡлы телдә. Улар тарихҡа илтер ныҡлы күпер булһын. Дәүләтселек йәш быуынға тапшырыр ҡиммәттәре булыуы, уны тапшыра алыуы менән көслө. Бөгөн йылылыҡ, ышаныс, тәрән мәғәнәләр, рухи ҡиммәттәр менән тулы орлоҡ сәстем. Ниәтебеҙ яҡты ышаныс менән тулы булһын! С утра город окутал туман. В этом было своего рода знамение – ведь мы живем во времена непростые, когда идут большие испытания. Поэтому нам важно четко обозначить свои цели и двигаться вперед с правильными намерениями. На 368-м избирательном участке в Уфе много людей, особенно молодежи. Сегодня мы выбираем день завтрашний – будущее наших детей. Моя главная цель – с благими помыслами, используя современные подходы, позаботиться о светлом будущем детей. Пусть каждый ребенок растет, зная историю своего народа и свободно говоря на родном языке. У писателя, мастера слова, в руках удивительно мощное оружие – Слово. И поле наше невероятно широкое. Если сегодня посеять на нем семена добра и света, осенью урожай будет щедрым. Пусть книга, журнал, комикс сегодня говорят на языке ребенка – на том, что ему интересно. Пусть они станут прочным мостом, ведущим в историю. Государство сильно тем, что может передать молодому поколению свои ценности и тем, что молодое поколение способно их принять. Сегодня я посеяла семена, полные тепла, доверия, глубоких смыслов и духовных ценностей. Пусть наши намерения будут наполнены светлым доверием! Лариса Абдуллина.