Ҡурай байрамы алдынан ҡурай эшләнек!
Ҡурай байрамы алдынан ҡурай эшләнек! Бөгөн Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың Балалар уҡыу үҙәгендә Ҡурай көнөнә арналған сара үтте. Ҡунаҡтар - Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы Роберт Юлдашев һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина балалар менән ижад, йолалар, тарих, рухи ҡиммәттәр хаҡында әңгәмә ҡорҙо. Сара барышында Роберт Юлдашев ҡурай көпшәһенән ҡурай яһап, төрлө моңдар уйнап күрһәтте.