"Мин - йәш Шәһитсе" проекты менән бергә мәҡәлә яҙабыҙ!
"Мин - йәш Шәһитсе" проекты менән бергә мәҡәлә яҙабыҙ! Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың Балалар уҡыу үҙәгендә үткән сарала М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының 6-сы класс уҡыусылары (етәкселәре Фәйзуллина Альбина Урал ҡыҙы) менән бергә башҡортса мәҡәлә яҙып ҡараныҡ. Ҡыҙ һәм егеттәр башҡортса мәҡәлә яҙып ҡына ҡалманы, үҙҙәре үк сараны фото һәм видеоға төшөрөп, социаль селтәрҙәрҙә баҫтырып та сығарҙы.