Тәрбиә сығанағы - китап! — 4 июня 2026 г. в 16:43:36.903
Тәрбиә сығанағы - китап! Күптән түгел "Аҡбуҙат" журналының 35 йыллығына арналған әңгәмәләр серияһына киләһе ҡунағыбыҙҙы саҡырҙыҡ. Ул - күренекле яҙыусы, тәржемәсе, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлсирә Ғиззәтуллина. Әлбиттә, Гөлсирә Мирза ҡыҙы менән әңгәмә бай йөкмәткеле, тәрән мәғәнәле булды. Балалар әҙәбиәте, китаптарҙың тәрбиәүи әһәмиәте, телдең тотҡан урыны, мәңгелек ҡиммәттәр - барыһы ла ололар өсөн дә, балалар өсөн дә бик фәһемле, файҙалы булмаҡсы. Тулы әңгәмәне тиҙҙән "Аҡбуҙат" журналының RUTUBE каналында тыңларға мөмкин буласаҡ.

