6 июнь көнө Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылында күренекле сәсән-импровизатор, ҡурайсы, ба... — 8 июня 2026 г. в 15:43:29.487
6 июнь көнө Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылында күренекле сәсән-импровизатор, ҡурайсы, башҡорт фольклорын йыйыусы Хәмит Әлмөхәмәтов иҫтәлегенә "Сәсән уҙған юлда эҙ ҡала" исемле ҙур сара уҙғарылды. Баймаҡ ҡалаһы һәм районының мәғәриф бүлеге менән берлектә Урал аръяғы райондарының балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡытыусылары халҡыбыҙҙың милли мираҫы "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү конкурсында көс һынашты. Мәртәбәле конкурста Бөрйән районы балалар ижады үҙәгенән Ҡарағолова Ильяна менән Вәлиева Ҡәҙриә "Урал батыр" уңышлы сығыш яһанылар. Мәктәп уҡыусылары араһында Ҡарағолова Ильяна 1-се урын яулап, Баймаҡ ҡалаһы хәкимиәте башлығы һәм Баймаҡ районы Башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнһә, Вәлиева Ҡәҙриә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре араһында "Аҡбуҙат" журналының махсус призына эйә булды. Йәш сәсәндәребеҙгә һәм уларҙың етәкселәре Манапова Венера Наил ҡыҙына киләсәктә лә уңыштар, ижади үрҙәр теләйбеҙ!

