"Таң" менән изгелек ҡыл" акцияһы дауам итә — 9 июня 2026 г. в 12:40:05.550
"Таң" менән изгелек ҡыл" акцияһы дауам итә "Таң" менән изгелек ҡыл" акцияһын Бөрйән районы буйынса мировой суд участкаһы судьяһы Айгөл Әхмәлетдинова дауам итә. Ул махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған райондаштарыбыҙҙың яҡындарына - яугир әсәһе Ғәлина Миңниса Йомағол ҡыҙына, яугир ҡатыны Дауытова Әдилә Илһам ҡыҙына 2026 йылдың икенсе яртыһына "Таң" газетаһына подписка бүләк итте. Изгелек эстафетаһы артабан "Башэлетросбыт" Белорет территориаль бүлексәһенең Бөрйән клиент офисы етәксеһе Айнур Салауатовҡа тапшырыла. #Таң_менән_изгелек_ҡыл #Добрая_подписка

