Хөрмәтле юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! — 3 июля 2026 г. в 04:19:52.687
Хөрмәтле юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Быйыл Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы 90 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Бөгөнгө көндә юлдарҙа тәртип һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, транспорт фажиғәләрен иҫкәртеү, граждандарҙың һаулығын һәм ғүмерен һаҡлау – юл инспекторҙарының төп бурысы. Был йәһәттән районыбыҙҙың юл инспекторҙары һынатмайҙар, үҙ бурыстарына етди ҡарайҙар. Артабан да хеҙмәтегеҙҙең – уң, юлдарҙың хәүефһеҙ булыуын теләйем, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә күп көс һалған дәүләт автоинспекцияһы ветерандарына рәхмәтемде белдерәм. Хөрмәтле юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары, Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым. Хеҙмәттәренең – уң, юлдарының хәүефһеҙ булыуын, еңел булмаған, яуаплы эшегеҙҙә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ, хеҙмәт бурыстарын һәр ваҡыттағыса яуаплылыҡ менән башҡарыуығыҙҙы теләйем! Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин

