"Таң" менән изгелек ҡыл!" акцияһы дауам итә.
"Таң" менән изгелек ҡыл!" акцияһы дауам итә. Изге акцияға ҡушылып Бөрйән районы муниципаль район Советы секретаре Гүзәл Муллағолова махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған райондашыбыҙ Язағолов Шәфкәт Рәил улының әсәһенә, Гөлнәз Фиркәт ҡыҙына 2027 йылдың тәүге яртыһына район газетаһына подписка бүләк итте. Эстафетала ул артабан Бөрйән районы муниципаль район иҡтисад бүлеге начальнигы Гүзәлиә Әхмәтоваға тапшырҙы. #Таң_менән_изгелек_ҡыл #Добрая_подписка