Хөрмәтле сауҙа хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! — 25 июля 2026 г. в 03:35:52.373
Хөрмәтле сауҙа хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ - Сауҙа хеҙмәткәре көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Сауҙа һәр заманда ла кешеләр тормошонда ҙур роль уйнай. Бөгөн дә сауҙа өлкәһе райондың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән мөһим тармаҡтарының береһе булып килә. Заманса супермаркеттар, ҙур сауҙа селтәрҙәре, уңайлы магазиндар, кафелар үҙ тауарҙарының киң ассортиментын тәҡдим итә, районда эш урындары булдыра. Үҙ эштәрен күңел биреп башҡарған, сифатлы һәм уңайлы тауарҙарға, хеҙмәттәргә халыҡ һорауын ҡәнәғәтләндергән сауҙа хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтемде белдерәм. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, тынғыһыҙ эшегеҙҙә уңыштар теләйем! Бөрйән районы Муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы А.М. Ҡотошов

