Бөгөн хөрмәтле райондашыбыҙ, Рәсәйҙең хеҙмәт ветераны Айрат Әҙеһәм улы Нурдәүләтовты 70... — 28 июля 2026 г. в 13:38:30.181
Бөгөн хөрмәтле райондашыбыҙ, Рәсәйҙең хеҙмәт ветераны Айрат Әҙеһәм улы Нурдәүләтовты 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Район Хакимиәте башлығының ҡотлау хатын изге теләктәр менән социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Венера Вәлиева тапшырҙы. Айрат Әҙеһәм улы 1976 йылда Иҫке Собханғол автозаправкалау станцияһында слесарь булып эш башлай һәм 40 йылға яҡын ошо ойошмала матур хеҙмәт юлы үтә. Тәүҙә өлкән заправщик, оператор эштәрен башҡарһа, тәжрибә, һөнәри оҫталыҡ туплап, өлкән оператор һәм оҙаҡ йылдар АЗС етәксеһе вазифаһын башҡара. Талапсан һәм үҙ эшенә яуаплы ҡарашта булған етәксе булып таныла. Район үҫешенә үҙ өлкәһендә ҙур өлөш индерә. Айрат Әҙеһәм улының тырыш хеҙмәте “Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” почетлы знагы, Рәсәй яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почет грамотаһы, Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыу айҡанлы юбилей миҙалы менән баһалана. Халыҡ алдында абруйлы кеше булараҡ, бер нисә саҡырылыш рәттән Иҫке Собханғол ауылы, район Советы депутаты булып һайлана һәм халыҡ мәнфәғәте өсөн хеҙмәтен дауам итә. Бөгөнгө көндә райондаштарының ихтирамы, хөрмәте уның фиҙакәр хеҙмәтенә оло баһа. Фото «Таң» гәзите - Бөрйән районы яңылыҡтары

