"Хеҙмәт итеү" марафоны сиктәрендә тыуған төйәгебеҙ мәнфәғәте өсөн намыҫлы хеҙмәт иткән ... — 28 июля 2026 г. в 12:06:08.532
"Хеҙмәт итеү" марафоны сиктәрендә тыуған төйәгебеҙ мәнфәғәте өсөн намыҫлы хеҙмәт иткән райондаштарыбыҙ менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Бөгөн хөрмәтле райондашыбыҙ, Рәсәйҙең хеҙмәт ветераны Айрат Әҙеһәм улы Нурдәүләтов тураһында һөйләйбеҙ. Айрат Әҙеһәм улы 1976 йылда Иҫке Собханғол автозаправкалау станцияһында слесарь булып эш башлай һәм 40 йылға яҡын ошо ойошмала матур хеҙмәт юлы үтә. Тәүҙә өлкән заправщик, оператор эштәрен башҡарһа, тәжрибә, һөнәри оҫталыҡ туплап, өлкән оператор һәм оҙаҡ йылдар АЗС етәксеһе вазифаһын башҡара. Талапсан һәм үҙ эшенә яуаплы ҡарашта булған етәксе булып таныла. Район үҫешенә үҙ өлкәһендә ҙур өлөш индерә. Айрат Әҙеһәм улының тырыш хеҙмәте “Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” почетлы знагы, Рәсәй яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почет грамотаһы, Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыу айҡанлы юбилей миҙалы менән баһалана. Халыҡ алдында абруйлы кеше булараҡ, бер нисә саҡырылыш рәттән Иҫке Собханғол ауылы, район Советы депутаты булып һайлана һәм халыҡ мәнфәғәте өсөн хеҙмәтен дауам итә. Бөгөнгө көндә райондаштарының ихтирамы, хөрмәте уның фиҙакәр хеҙмәтенә оло баһа. Хөрмәтле Айрат Әҙеһәм улы! Һеҙҙе матур ғүмер байрамы – 70 йәшлек юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайым. Ныҡлы һаулыҡ, именлек, артабан да ғаиләгеҙ, яҡындарығыҙ менән ҡыуаныслы һәм бәрәкәтле ғүмер итеүегеҙҙе теләйем! #марафонСлужение

