"Таң" менән изгелек ҡыл!" акцияһы дауам итә.
"Таң" менән изгелек ҡыл!" акцияһы дауам итә. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Венера Вәлиева акцияға ҡушылып, Яңы Собханғолда йәшәүсе 1-се төркөм инвалиды Сәлимә Замановаға 2027 йылдың беренсе яртыһына "Таң" гәзитенә подписка бүләк итте. Артабан эстафета муниципаль район Хакимиәте башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Хәйбуллинаға тапшырыла. #Таң_менән_изгелек_ҡыл #Добрая_подписка