9-10 октябрҙә Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй мәктәп музейҙары конкурсы еңеүселәрен бүләкләү сараһы...
9-10 октябрҙә Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй мәктәп музейҙары конкурсы еңеүселәрен бүләкләү сараһы үтте. Рәсәйҙең 61 төбәгенән ҡатнашҡан 149 мәктәп музейҙары араһынан 70-е еңеүсе булған. Улар араһында Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбе музейы ла бар. Музей етәксеһе - тарих уҡытыусыһы Гөлсөм Салауат ҡыҙы Аҙанғолова тантаналы сарала ҡатнашып, еңеүсе дипломына лайыҡ булды. "Хәтер тере" тип аталған мәктәп музейҙары конкурсы 2026 йылдың март айында башланған. Унда ҡатнашыусы мәктәп директорҙары, музей етәкселәре, педагогтар һынауҙар үтеп, төрлө саралар уҙғара. Октябрҙә Мәскәүҙә үткән йомғаҡлау сараһында сығыш яһайҙар. Сара РФ Президенты ҡарары нигеҙендә Мәғариф, Оборона министрлыҡтары, "Беренселар хәрәкәте", "Юнармия" ярҙамы менән "Знание" Рәсәй йәмғиәте тарафынан ойошторола. Гөлсөм Салауат ҡыҙы мәктәп музейын лайыҡлы күрһәтеп, проектын уңышлы яҡлай һәм еңеүгә өлгәшә. Был еңеү музейға компьютер техникаһы, витриналар, йыһаздар алыу, экспонаттарҙы яңыртыу мөмкинлеге бирә. Иҫке Собханғол мәктәбен һәм уҡытыусы Гөлсөм Аҙанғолованы ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ! Сығанаҡ: https://tanburz.ru/news/m-arif/2026-10-11/i-ke-sobhan-ol-m-kt-be-muzeyy-e-e-sel-r-r-tend-4844219