МХО - ла ҡатнашыусы яугир егеттәребеҙгә ярҙам итеү - барыбыҙҙың да изге бурыс. Район ха...
МХО - ла ҡатнашыусы яугир егеттәребеҙгә ярҙам итеү - барыбыҙҙың да изге бурыс. Район халҡы, ойошмалары, хеҙмәт коллективтары, шәхси эшҡыуарҙар, йәмәғәт ойошмалары барыһы ла ярҙамға үҙ өлөшөн индерә. Бөрйән районы муниципаль район Советы аппараты яҡташ яугирҙәребеҙгә аҡсалата ярҙамды тапшырҙы. Гуманитар ярҙам ойоштороуҙа ҡатнашҡан һәр кем үҙенең иғтибары, хәстәрлеге менән яугирҙарҙың рухын күтәрергә, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә.