Дүртөйлө ҡалаһының " Алтын сәс",балалар баҡсаһында"СИХРИ УТРАУ" ҒАИЛӘ КЛУБЫ эшмәкәрлеге...
Дүртөйлө ҡалаһының " Алтын сәс",балалар баҡсаһында"СИХРИ УТРАУ" ҒАИЛӘ КЛУБЫ эшмәкәрлеген башланы "Беҙҙең "Сихри утрау" ғаилә клубы ата-әсәләр менән берлектә үҙ эшен башлап ебәрҙе. Иң беренсе осрашыуҙы кескәй төркөмдә ата-әсәләр менән бергә йыйылыш үткәрҙек. Был йыйылышта беҙҙе борсоған һорауҙарға бергәләп яуап эҙләнек, фекерҙәр уртаҡлаштыҡ һәм бер-беребеҙҙе тыңланыҡ. Һөҙөмтәлә әкиәтте сәхнәләштерергә лә өлгөрҙөк — был балалар өсөн дә, ата-әсәләр өсөн дә бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс эшмәкәрлек булды. Беҙҙең клуб — бергәләп үҫергә, өйрәнергә һәм ижад итергә урын. Ата-әсәләр бик әүҙемлек күрһәтте, үҙҙәренең ихлас ҡатнашлығы менән беҙҙе ҡыуандырҙы. Уларҙың әүҙемлегенә һәм ярҙамына ғорурланабыҙ! Бергәләп тағы ла күп ҡыҙыҡлы эштәр атҡарырбыҙ тип өмөтләнәбеҙ Эльвира Хакова