Хәйбулла ерендә — «Түңгәүер ҡыҙы» йыйыны! — 25 июня 2026 г. в 05:39:22.741
Хәйбулла ерендә — «Түңгәүер ҡыҙы» йыйыны! Өфө ауылы мәҙәниәт йортонда күрше Баймаҡ һәм Йылайыр Түңгәүер ырыуы ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнашлығында «Түңгәүер ҡыҙы» йыйыны уҙҙы. Күркәм сара ауыл биләмәһе һәм урындағы Түңгәүер ырыуы ҡор башы Мәҙинә Лоҡман ҡыҙы Ғүмәрова инициативаһы буйынса ойошторолдо. Өфө ауыл советы ҡатын-ҡыҙҙарының һәм саҡырылған ҡунаҡтарҙың сығыштары дәртле йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Байрам программаға шулай уҡ бай күргәҙмәләр һәм Йомабай Иҫәнбаев исемендәге музей буйлап ҡыҙыҡлы экскурсия индерелде. Сара милли йолаларыбыҙҙы һаҡлау, халыҡ медицинаһын ҡулланыу, үҫтереү, ырыу-ара бәйләнештәрҙе нығытыу кеүек маҡсаттарҙы үҙ эсенә алды һәм һәр кемдең күңелендә яҡты иҫтәлектәр ҡалдырҙы.

