Хәйбулла районының Ирҙәр ҡоро ойошмаһы атайҙар һәм уларҙың улдары ҡатнашлығында сара ү...
Хәйбулла районының Ирҙәр ҡоро ойошмаһы атайҙар һәм уларҙың улдары ҡатнашлығында сара үткәргән. Тәүҙә улар Аҡъярҙың 2- се мәктәбе янында ылыҫлы ағастар ултыртһа, артабан арҡан ишеү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашҡан. Үҙ ҡулдары менән ишкән арҡандарҙы улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ебәрергә ҡарар иткәндәр. - Был сара атайҙар өсөн дә, малайҙар өсөн дә файҙалы үтте, - тип хәбәр итә ойоштороусылар.