Өфө ауылында йәшәүсе Мәрйәм Мөхәмәт ҡыҙы Ҡаҙаҡҡоловаға 90 йәш! — 20 июля 2026 г. в 10:32:53.567
Өфө ауылында йәшәүсе Мәрйәм Мөхәмәт ҡыҙы Ҡаҙаҡҡоловаға 90 йәш! Көләс йөҙлө, асыҡ сырайлы, етеҙ хәрәкәтле инәйгә ҡарап туҡһан йәш биреүе ауыр. Хәйбулла районында тыуһа ла, уҡытыусы булып төрлө ерҙәрҙә белем биргән атаһы артынан күсеп йөрөй юбилярҙың ғаиләһе. Буй еткергәс, сиҙәм ерҙәрен үҙләштереү осоронда Өфө ауылына килеп төпләнә. Хеҙмәт юлын төҙөлөш өлкәһендә башлап ебәрә. Ауылда мәктәп асылғас, Мәрйәм Мөхәмәт ҡыҙы лаборант булып эшкә урынлаша. Әммә төҙөлөш өлкәһе үҙенә тарта, шуға күрә 1975 йылда Матрай совхозында яңы ферма биналары, эшселәр өсөн йорттар төҙөлгән осорҙа кире төҙөлөш өлкәһенә ҡайта. Тырышып эшләп, гел алдынғылар рәтендә була ул. Тормош иптәше Рәсүл Йомағужа улы менән ярты быуаттан ашыу татыу ғүмер кисерәләр. Ғүмер биргән ике ҡыҙы һәм бер улының иғтибарына төрөнөп, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына шатланып, бәхетле ҡартлыҡ кисерә юбиляр. Олпат йәшендә лә күңел көрлөгөн, йәшәү дәртен юғалтмаған көслө рухлы инәйгә артабан да ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ!

