Батырҙар беҙҙең арала! — 30 сентября 2026 г. в 10:40:02.732
Батырҙар беҙҙең арала! Йәнтештәрҙә күркәм хәбәр - Вәлиәхмәт һәм Гөлһыйан Искужиндарҙың «Спутник» позывнойлы улдары һәм "Самурай" исемле ейәндәре махсус хәрби операция биләмәһенән ялға ҡайтҡан. Ата- әсәгә улы ялға ҡайтыуын көтөп алыу- иң ҙур бәхет, бүләк. Улы һәм ейәне бер юлы ҡайтыуы - икеләтә ҡыуаныс. Өйҙә егеттәрҙе һәр саҡ яҡындары өҙөлөп көтһә, был юлы ауылдаштары ла бергәләшеп ҡаршы алырға сыҡҡандар. Батырҙарға матур ялдар теләйбеҙ! Тыуған ер көс-ҡеүәт бирһен!.