Үҙәк район китапханаһында филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғар...
Үҙәк район китапханаһында филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры — Миҙхәт Әхмәтхан улы Мәмбәтов менән осрашыу кисәһе үтте. Мәртәбәле кисәлә яҙыусының фекерҙәш дуҫтары, яҡташтары, туғандары ҡатнашты. Арҙаҡлы яҡташыбыҙ күп ҡырлы талант эйәһе: ул — киң ҡарашлы уҡытыусы, күренекле ғалим, фән кандидаты һәм Башҡортостандың йәмәғәт тормошонда сағыу эҙ ҡалдырған сәйәси эшмәкәр. Миҙхәт Әхмәтхан улының һәр аҙымы — тыуған ергә булған сикһеҙ һөйөүҙең, халҡына булған тоғролоҡтоң сағыу дәлиле. Осрашыуҙа Миҙхәт Әхмәтхан улы үҙенең бала сағы, үткән ғүмере, тыуған ауылы Мәмбәт, Хәйбулла тупрағында үҫкән йылдары тураһында ихлас иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Уның һәр һүҙе — тыуған ергә булған сикһеҙ мөхәббәттең, ихтирамдың сағыу дәлиле. Миҙхәт Әхмәтхан улы ҡайҙа ғына эшләмәһен, ниндәй генә бейек вазифаларҙа булмаһын — күңеле һәр саҡ Мәмбәт ауылында, Хәйбулла тупрағында, тыуған халҡы янында ҡалды. Уның өсөн тыуған ауыл — изге урын, ә яҡташтары — иң ҡәҙерле кешеләр. Артабан автор «Тәҡдир бизмәнендә — яҙмыштар» исемле әҙәби-публицистик китабының ижад ителеү тарихы тураһында һөйләне. Сара барышында Хәйбулла район хакимиәте башлығының социаль мәсәләләр буйынса урынбаҫары Роза Раузат ҡыҙы Рәсембәтова Миҙхәт Әхмәтхан улына тыуған ергә булған сикһеҙ һөйөүе, ысын патриотизмы, яҡташтарына тоғролоғо өсөн йылы һүҙҙәр әйтте.