"Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыусы Оло Арыҫланғол ауылы халҡы дәртләнеп төрлө саралар о...
"Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыусы Оло Арыҫланғол ауылы халҡы дәртләнеп төрлө саралар ойоштора. Сираттағы ярышта олоһо ла, кесеһе лә "Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух!" девизы аҫтында дәртле флешмобта ҡатнашып, ике урам ике команда булып төрлө һынауҙарҙа көс һынашты. Һөҙөмтәлә "Бөркөттәр" командаһы етеҙерәк, көслөрәк булып сыҡты. Ә "Көнтөшмәҫ" командаһы пневматик винтовканан атыу буйынса күберәк мәрәй йыйып еңеү яуланы.