"Таҙа һыу — имен тормош нигеҙе"
"Таҙа һыу — имен тормош нигеҙе" Көҙҙөң сыуаҡ көндәренән файҙаланып, бөгөн Йәнтеш ауылы халҡы Һаҡмар йылғаһы буйына экологик өмәгә сыҡҡан. - Һыу — тормош сығанағы, ә уның буйҙары беҙҙең ял итер урыныбыҙ. Тик, үкенескә күрә, күп кешеләр тәбиғәткә ваҡытлыса ғына килә һәм артынан төрлө сүп-сар ҡалдыра. Беҙ яр буйындағы пластик шешәләрҙе, ҡағыҙҙарҙы һәм башҡа сүп-сарҙы йыйҙыҡ. Эш берҙәм, күңелле барҙы: берәүҙәр сүп-сар йыйһа, икенселәр йылғаға ҡолаған ағастарҙы алып ташланы, - тип хәбәр итә улар.