Ғәлиәхмәттең йөҙ йыллығына йөҙ төп ағас!
Ғәлиәхмәттең йөҙ йыллығына йөҙ төп ағас! Ошондай изге маҡсат ҡуйған ауыл халҡы киләһе йылда билдәләнәсәк ауылдың юбилейы уңайынан. Халыҡ ауылға ингән ерҙе кәртәләп, 100 төп ағас ултыртырға ҡарар иткән. Бөгөн тәүге өмә уҙып, ауылға ингән ерҙә майҙансыҡты һөрөп, ир-егеттәр бағаналар ултыртып сыҡҡан. Был эштәрҙең барыһы ла ауыл халҡы йыйған аҡсаға башҡарыла. Алдағы көндәрҙә ағас үҫентеләре ултыртыласаҡ.