Бөгөн — Халыҡ-ара ашнаҡсылар көнө
Бөгөн — Халыҡ-ара ашнаҡсылар көнө Ашнаҡсы һөнәренә тоғро ҡалып, бына инде 20 йылдан ашыу 2-се Аҡъяр мәктәбендә балаларҙы тәмле аштары менән һыйлай Рима Ғәббәсова. Ул Аҡнаҙар ауылы ҡыҙы. Ғәлиәхмәт интернат мәктәбен тамамлағандан һуң, Йылайыр техникумында һатыусы һөнәрен ала. Шул ваҡытта тормош иптәшен осратып, йәш ғаилә Ҡаҙырша ауылында һигеҙ йыл йәшәгәндән һуң, улар Аҡъяр ауылына өй һалып, Хәйбулла районы үҙәгенә төпләнергә ҡарар итә. Рима Ғәббәсова районға ҡайтҡас, ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерә, курстар үтеп, бына егерме йылдан ашыу 2-се Аҡъяр мәктәбендә баш ашнаҡсы булараҡ коллегалары менән балаларҙы һәм уҡытыусыларҙы тәмле ризыҡтары менән һыйлай.