Администрация сельского поселения Баимовский сельсовет муниципального района Абзелиловский район Республики Башкортостан
Новости · 27 мая 2026 г.
Әссәләмү ғәләйкүм, хөрмәтле минең халҡым, хөрмәтле иптәштәр.Ҡотлайым һеҙҙе үҙемдең исем... — 27 мая 2026 г. в 11:57:25.210
Әссәләмү ғәләйкүм, хөрмәтле минең халҡым, хөрмәтле иптәштәр.Ҡотлайым һеҙҙе үҙемдең исемемдән ,Байым биләмәһенең советынан,администрацияһынан "Ҡорбан" байрамы менән.Иң мөһиме,сәләмәтлек,иман байлығы,ғәилә именлеге, йорт ерҙәрегеҙгә бәрәкәт.Аллаһ ҡорбандарыбыҙҙы ҡабул итһен,имен һау,тыныс артабан да йәшәп ятыуыбыҙға,бар булған бәлә ҡазаларҙан имен булыуыбыҙға ҙур сәбәп булһа ине.Ҡорбан салыуҙан үҙегеҙҙе һәм ғәиләгеҙҙе мәхрүм итмәгеҙ.Был ваджиб ғәмәл(мотлаҡ үтәлергә тейешле ғәмәл).Кем үтәй был ғәмәлде ҙур һауапҡа иреште,кем форсаты булып та(фәҡир булмаған кеше)ҡорбан салмаһа,әлбиттә гонаһлы була,Аллаһтың рәхмәтенән мәхрүм була.Был ваджиб ҡорбандың дәрәжәһенә бер ниндәй ҙә ҡорбан етә алмай (нәҙер,нәфел һ.б.)."Ҡорбан" тигән һүҙ Аллаһҡа яҡыныйыу тигәнде аңлата.Был ҡорбан йылына бер тапҡыр ғына салына,Зөлхизә айында(хадж) ваҡытында.Өс көн ваҡыт бирелә: бөгөн, иртәгә,иртәнән һуң.Өлгөрһәң өлгөрәң,өлгөрмәһәң өлгөрмәйең.Бәхет үҙебеҙҙең ҡулыбыҙҙа,эйелеп ала ғына белеү кәрәк (сәбәп итеү).Ҡорбан тураһында күп хәдистәр бар."Ҡобандың йөнө һайын һауап",Ҡорбан ҡаны ҡойолған йортта,кеше ҡаны ҡойолмаҫ","ҡорбан малының беренсе тамсы ҡаны ағыу менән кешенең гонаһтары юйылалыр.Барығыҙға ла иң изге теләктәр.

